Бөгөн «Торатау» конгрес холында Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы башланды. Форум витреоретиналь ауырыуҙарҙы дауалауҙа заманса технологиялар темаһына арналған. Йәғни, һүҙ күҙҙең селтәрле ҡабағына һәм артҡы өлөшөнә операция яһау алымдары хаҡында бара. Элек был сир һуҡырлыҡҡа килтерһә, заман медицинаһы күреү һәләтен һаҡларға булышлыҡ итә. Улар хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Был операция ваҡытында бәләкәй генә хата ла, әҙ генә тайпылыш та ғәфү ителмәй. Күҙҙең селтәрле ҡабағына һәм артҡы өлөшөнә операция иң ҡатмарлыларҙан һанала. Йәғни, хирургтарға гәлсәрҙән нескә, ҡылдан нәҙек ағзалар менән эшләргә тура килә. Сөнки күҙҙең был өлөшө туранан-тура баш мейеһе менән бәйле.
Белгестәр фекеренсә, һуңғы йылдарҙа витреоретиналь сирҙәргә дусар булыусылар һаны арта. Әммә медицина ла бер урында тормай. Яңы дауалау алымдары үҙләштерелә, заманса ҡоролмалар барлыҡҡа килә.
Халыҡ-ара кимәлдәге эксперттар ҡатнашҡан Бөтә Рәсәй форумын тап Өфөлә ойоштороу аңлашыла. Башҡортостан табиптарының был йәһәттән бай тәжрибәһе бар. Йыл һайын витреоретиналь сирҙәргә меңдәрсә операция яһала.
Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы бер юлы төрлө майҙандарҙа бара. Медицина учреждениеларындағы операцияларҙан тура трансляция ойошторола, донъяуи кимәлдә билдәле офтальмологтарҙың фекерҙәре тыңлана. Яңы заманса ҡоролмаларҙың презентацияһы уҙғарыла.
Форум ике көн дауам итә. Белгестәр әйтеүенсә, был сара витреоретиналь сирҙәрҙе дауалауҙы тағы ла камиллаштырырға, яңы баҫҡысҡа күтәрергә булышлыҡ итәсәк.
Рәмзиә Кәримова




