Бөгөн республика мәктәптәре беренсе синыфҡа ғаризалар ҡабул итә башланы

Кампания 5 сентябргә тиклем дауам итә. Быйыл буласаҡ беренсе синыф уҡыусыларының ата-әсәләренән ғариза ҡабул итеүҙә үҙгәрештәр ҙә бар. Башҡортостандың Мәғариф һәм фән, Дәүләт идаралығының Һанлы үҫеш министрлыҡтары берлектә махсус интернет-майҙансыҡтар булдырған.

Ғаризаны ата-әсәләр Дәүләт хеҙмәттәре порталы йәки «Мәктәпкә электрон сират» мәғлүмәт сервисы аша яҙып ебәрә ала. Белем усағына ҡабул итеү тураһындағы мәғлүмәт шәхси кабинетҡа, йәғни электрон почтаға киләсәк. Быйыл яҡынса 59 мең уҡыусы тәүге тапҡыр парта артына ултырыр тип күҙаллана.

Татьяна Васильева, Башҡортостан мәғариф һәм фән министрлығының баш белгес-эксперты

Беренсе синыфҡа ҡабул итеүҙең тәүге көнөндә үк комплект едУ рб сайты аша 4 мең ярым ғариза ҡабул иттек. Дәүләт хеҙмәттәре аша 200-гә яҡын заявка килде. Ғариза яҙыуҙың тәүге тулҡыны 30 июнгә тиклем иҫәпләнгән. Был осорҙа ғаризалар мәктәпкә йәшәү урыны буйынса ҡараған балалар өсөн ҡабул ителә, улар өҫтөнлөклө хоҡуҡҡа эйә.

Фото №1 - Бөгөн республика мәктәптәре беренсе синыфҡа ғаризалар ҡабул итә башланы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ