Күгәрсен районы Туйымбәт ауылында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева исемендәге район әҙәби премияһы лауреттары тәбрикләнде. 1999 йылда Күгәрсен районы хакимиәте менән Башҡортостан Яҙыусылар союзы тарафынан булдырылған премия йыл һайын тапшырыла. Был хаҡта киләһе яҙмала.
Туйымбәт ауылы халҡы Зәйнәб Биишева менән хаҡлы ғорурлана. Уның ижады өйрәнелә, шиғырҙарына яҙылған йырҙар яратып йырлана. Күгәрсен районы мәҙәниәт һарайы методисы Мәҙинә Рәхмәтуллина Зәйнәб Биишеваның шиғырҙарына яҙылған «Ҡайтыр инем», «Алтын балдаҡ» йырҙарын башҡара.
Премия йола буйынса әҙибәнең тыуған ерендә тапшырылды. Был юлы лауреаттар исемлеге өс кешегә тулыланды. Уларҙың береһе журналист, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге район журналистар премияһы лауреаты Роберт Собханғолов.
Сара сиктәрендә Зәйнәб Биишеваның йорт-музейында экскурсия ойошторолдо. Унда әҙибәнең ижадын, тормош юлын яҡтырҡан фотоһүрәттәр, тарихи ҡомартҡылар урын алған. Ошонда уҡ хәтер дәфтәре лә һаҡлана, уның биттәренә төрлө йылдарҙағы премия премия лауреаттары тәьҫораттарын һәм теләктәрен теркәй. Улар араһында ете китап авторы Зөлфиә Хәйбуллина ла өҫтәлде.
Тантанала Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның бюсына сәсәкәләр һалынды. Ҡунаҡтар киләһе йыл да осрашып, яңы лауреаттар исемлеген барларға һөйләште.
Әлфинә Килдейәрова




