Автомобиль йөрөтөү руль әйләндереү генә түгел

Тәгәрмәс алмаштырыу, мохтаждарға тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү һәм башҡа юл йөрөүселәргә ҡарата хөрмәт тә. Был сифаттар буласаҡ водителдәрҙә йәштән үк тәрбиәләнергә тейеш, ти авто күпалыш буйынса беренселек ойоштороусылар. Бөгөн Өфөлә 14 йәштән 17 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр автомобиль йөрөтөү һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белеү буйынса бәйге тотто.

Һынау профессиональ водителдәр өсөн булһа ла руль артында өйрәнсектәр. Гаражға инеү, парковкалау, бормалы юлдан елдереү, хатта тиҙлеккә тәгәрмәстәрҙе алмаштырыу. Был һынауҙар етеҙ, ҡағиҙәләр теүәл үтәлеп һәм иң мөһиме башҡа юл йөрөүселәр өсөн хәүефһеҙ башҡарылырға тейеш. Юғиһә, юл буйында тәгәрмәс алыштырып ултырған водителдең дә авария сәбәпсеһенә йәки зыян күреүсегә лә әйләнеүе ихтимал.

Тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү оҫталығы ла водитель таныҡлығына уҡыуҙың айырылғыһыҙ өлөшө булыуы шарт. Юҡһа, юл-транспорт ваҡиғаһында күптәрҙең ярҙам күрһәтеү белеме генә түгел, аптечкаһы, янғын һүндереү баллоны ла булмауы асыҡлана.

Тап йәрәхәтләнеүҙең тәүге минуттарында медицина ярҙамы кәрәк тә инде. Ә улар һәр ваҡыт регламентҡа ярашлы, егерме минутта килеп етә алмай. Шуға күрә тәүге ярҙамды водителдәр күрһәтергә тейеш. Тәүге 4-5 минутты юғалтһаҡ кешенең иҫән ҡалыуы ла икеле. Бында алынған белем кеше ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалырға ярҙам итәсәк.

Гөлшат Мануйлова, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның һаулыҡ һаҡлау һәм йәшәйеш хәүефһеҙлеге кафедраһы доценты

Авто күпалышта 14 йәштән 17 йәшкә тиклемге үҫмерҙәрҙән торған алты команда көс һынашты. Тап ошо йәштә техникаға ҡыҙыҡһыныу юғары, ти ойоштороусылар. Йәштәр нисек булһа ла руль артына ултырырға тырыша. Һуңынан күңелһеҙ статистика барлағансы был мауығыуҙы ойошҡан хәрәкәткә йүнәлтеү яҡшыраҡ,.

Дүр төр һынау һөҙөмтәле буйынса быйыл күпалышта Стәрлетамағтың «Драйв» командаһы иң көслөһө тип табылды. Хәҙер үҫмерҙәр республика данын апрель аҙағында Омскийҙа үтәсәк Рәсәй беренселегендә яҡлаясаҡ. Унда иһә бөтөнләй икенсе, юғары кимәл. Ил кимәлендә еңеүселәр иһә киләсәктә профессиональ водителдәр генә эшләй алған етди компанияларҙа эшләй аласаҡ.

Фото №1 - Автомобиль йөрөтөү руль әйләндереү генә түгел

Айнур Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ