Бөйөк Ватан һуғышы осоронда фашистик көстәрҙән азат ителгән Ворошиловград өлкәһенә ярҙам күрһәтеү буйынса республика комитеты булдырыла. Милли архивта был турала партияның өлкә комитеты бюроһы ҡабул иткән ҡарарҙың төп нөсхәһе лә һаҡлана. Архив документтар менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина танышты.
Һарғайып бөткән ҡағыҙ биттәрендә Бөтә союз Коммунистар партияһының Башҡортостан өлкә комитеты бюроһы ҡабул иткән мөһим ҡарар. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда немец илбаҫарҙарынан азат ителгән Ворошиловград өлкәһе, хәҙерге Луганск халыҡ республикаһына ярҙам күрһәтеү буйынса республика комитеты булдырыла. Ошо маҡсатта район-ҡалаларҙа комиссиялар ойоштороу, был эшкә сәнәғәт предприятиелары, колхоз, совхоздарҙы йәлеп итеү тәҡдим ителә.
Республика комитеты составында билдәле дәүләт эшмәкәре Насир Уразбаев та булған. 1943 йылда ул партияның өлкә комитеты сәркәтибе вазифаһын үтәй. Милли архив хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, ҡарар ҡабул ителеү менән Башҡортостан Ворошиловград өлкәһенә ылауҙар ебәрә башлай. Кушнаренко, Күгәрсен, Учалы райондарынан һыйыр малдары оҙатылыуы ла билдәле.
Сәлимйән Бәҙретдиновтың «Әҙәм ышанмаҫлыҡ сәйәхәт» тип исемләнгән мәҡәләһендә учалыларҙың ҡаһарманлығы тасуирлана. 1944 йылда урындағы колхоздарҙан дүрт йөҙ баш самаһы йәш мал йыйыла. 5 апрелдә, төштән һуң, егерме бер кеше өс көтөүҙе ҡыуып Украинаға табан оло юлға сыға. Сәфәр барышында һынап бөткөһөҙ ҡаршылыҡтар осрай. Ағиҙел генә түгел, Волганы үтеү талап ителә.
Яҡташтарыбыҙ ҡыуған мал көтөүҙәре Украинаға ярты йыл үткәс кенә барып еткән.
Бойороҡ, ҡарарҙар, хаттар, төрлө белешмәләр - Милли архивта һаҡланған тарихи документтар буйынса ваҡиғалар хронологияһын төҙөргә мөмкин. Әйтәйек, 1941 йылдың сентябрендә Башҡортостанға Харьковтан заводтарҙы эвакуциялау ҡарары ҡабул ителә. Стәрлетамаҡҡа Одессанан күсерелгән станоктар төҙөү заводы эшмәкәрлеген тергеҙеү буйынса ла архив материал һаҡлана.
Архив документтары араһында Донбастағы профсоюз ойошмаларға ярҙам күрһәтеү тураһында ҡарар ҙа бар. Шулай уҡ был төбәктең Күмер сәнәғәте заказдарын үтәү буйынса комсомол ойошмалары араһында ойошторолған социалистик ярыштарҙың һөҙөмтәләре һаҡланған.
Бөгөн дә Башҡортостан Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына ҙур терәк. Бер-бер артлы аҙыҡ-түлек, төҙөлөш материалдарынан тупланған ылауҙар ебәрелә. Нацистик көстәрҙән зыян күргән биләмәләргә һәр яҡлап та ярҙам күрһәтелә. Шайморатов вариҫтары үҙебеҙҙекеләрҙе ҡалдырмай.
Гөлназ Хәйбуллина





