Ул көн һайын Өфө һәм Приютов ҡасабаһы йүнәлешендә йөрөйәсәк. Тәүге көндә үк вагондарҙа республиканың көньяҡ-көнбайыш төбәктәренә 300-ҙән ашыу пассажир юлланды.
Заманса йыһазландырылған «Ҡарлуғас» менән Башҡортостан башлығы ла яҡындан танышты. Радий Хәбиров тиҙ йөрөшлө поездың уңайлыҡтарын баһалап, уны киләсәктә республиканың тағы ла бер-нисә төбәгенә ебәреү мөһимлеген билдәләне.
«Ҡарлуғас»тың тиҙлеге сәғәтенә 160 саҡрымға иҫәпләнгән. Ул 822 кешене һыйҙыра ала. Тәғәйен нөктәгә 3 сәғәттә барып етә. Был элекке хәрәкәт ваҡыты менән сағыштырғанда, бер сәғәткә кәмерәк. Поезд маршрутында Дим, Шишмә, Дәүләкән, Раевка, Шафран һәм Аксенов туҡталыштары бар.
Азат Ғәлиуллин







