Ул балалар араһында ойошторола. Шүлгәнташ мәмерйәһендәге ҡая һүрәттәре, мифик геройҙар, башҡорт дастандары сюжеты буйынса төшөрөлгән эштәр ҡабул ителә. “Аҡбуҙат” журналы баш мөхәррире Лариса Абдуллина балаларҙы ярышта әүҙем ҡатнашырға саҡыра.
Һүрәттәр өс номинацияла ҡабул ителә. Еңеүселәр 1 июнь – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә билдәләнә. Тулыраҡ мәғлүмәт менән “Аҡбуҙат” һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының социаль селтәрҙәге сәхифәһендә танышырға була.







