Борай ауылында быйыл физкультура- һауыҡтырыу үҙәге файҙаланыуға тапшырыласаҡ

Объекттағы төҙөлөш эштәре менән Радий Хәбиров танышты. Үҙәк «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» дәүләт программаһына ярашлы һалына. Спорт комплексында көрәш, волейбол, баскетбол, тренажер залдары буласаҡ. Уның янында шулай уҡ физкультура менән шөғөлләнеү майҙанын төҙөү ҡарала.

Душ, массаж һәм ике ҡунаҡхана бүлмәләре буласаҡ. Спорт менән шөғөлләнеү өсөн бөтә шарттар тыуҙырыла. Былтыр май айында һала башланыҡ, быйыл сентябрҙә төҙөп бөтөү күҙаллана.

Рөстәм Хажиев, төҙөлөш компанияһы генераль директоры
Фото №1 - Борай ауылында быйыл физкультура- һауыҡтырыу үҙәге файҙаланыуға тапшырыласаҡ

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ