Республика райондарынан йыйылған фермерҙар һәм баҡсасылар ҡулланыусыларға экологик яҡтан таҙа, сифатлы аҙыҡ-түлек һата. Баш ҡалала сауҙа майҙандары ете урында ойошторола. Йүнселдәр ҡала халҡына ит, һөт ризыҡтары, йәшелсә-емеш, шифалы үләндәр һәм бал тәҡдим итә. Эшҡыуарҙар билдәләүенсә, хаҡтар уҙған йыл кимәлендә.
Спорт һарайы алдындағы майҙанда ойошторолған йәрминкәлә ауыл хужалығы предприятиелары, фермер һәм шәхси хужалыҡтар өсөн сауҙа урындары бушлай бүленгән. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәү өсөн санитар тикшереүҙәр даими уҙғарыла. Һатып алыусылар ауыл хужалығы продукцияһын түҙемһеҙләнеп көтөп ала.
Флорида Ким







