Башҡортостанда яҙғы ташҡынға әҙерлек саралары дауам итә

Урындағы муниципалитеттарҙа махсус комиссиялар төҙөлә, хәүеф янаған ауылдар контролгә алына. Алдан күҙаллауҙар буйынса, быйыл Ағиҙел йылғаһы 13 апрелдән асыла башлар, тип көтөлә. Был алдағы йылдарҙан бер ике көнгә һуңыраҡ.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, эвакуация кәрәк була ҡалһа, 85 мең кешегә иҫәпләнгән 440 ваҡытлыса тораҡ әҙерләнгән. Бөрйән районында үткән штаб ултырышында ташҡын ҡурҡынысы янаған ауылдар барланған. Бөгөн урындағы халыҡ менән аңлатыу эштәре алып барыла.

Фото №1 - Башҡортостанда яҙғы ташҡынға әҙерлек саралары дауам итә

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ