Илебеҙҙең минерал сеймал базаһын нығытыуға тос өлөш индергән ир-егеттәр араһында геолог ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар. Өфө районы Чесноковка ауылында йәшәүсе хаҡлы ялдағы геолог Рәйхана Ноғоманова менән беҙҙең ижади төркөм дә осрашты. Был хаҡта ентекләберәк БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.
Геология ветераны, 84 йәшлек Рәйхана Шәриф ҡыҙы ейән-ейәнсәрҙәренә минералдар тураһында сәғәттәр буйы мауыҡтырғыс итеп һөйләй ала. Әммә ысынында файҙалы ҡаҙылма байлыҡтарҙы разведкалау ул кинофильмдарҙағы кеүек романтикаға һәм гитара сиртеп усаҡ яғып йырлап ултырыуҙан ғына тормай. Геологтан етди һәм күләмле эш талап ителә.
Рәйхана Ноғоманова Башҡорт дәүләт университетының география факультетын тамамлаған. Хеҙмәт юлын Хабаровск крайында комсомол экспедицияһында башлай. Унда тәжрибә туплағандан һуң Башҡортостан геология идаралығында геолог, һуңынан «БАШНИПИНЕФТЬ»-тә инженер вазифаларын башҡара. Барит, тоҙ ятҡылыҡтарын, Уралтауҙа тере кварц разведкалауға карталар төшөрә, проекттар әҙерләй. Геолог һөнәрендә иң иҫтәлеклеһе Төньяҡ Боҙло океанда Поляр Уралдың иң алыҫ нөктәһе булған Константинов ташында ненецтар менән осрашыу.
Рәйхана Ноғоманова 1938 йылдың 5 ғинуарында Кемерев өлкәһенең Прокопьевск ҡалаһында шахтер ғаиләһендә донъяға килгән. Әбйәлил районы Рысҡужа ауылынан Бибисара менән Шәриф Ноғомановтар кулаҡ мөһөрө тағылғандан һуң шахтаға ауыр эшкә ебәрелгән була. Әммә көслө рухлы атаһы ауырлыҡтар алдында һынмай, бөгөлмәй, алты балаһына ла тормошта үҙ юлын һайларға булышлыҡ итә. Ғаиләлә алған тәрбиәһе Рәйханаға геолог һөнәрендә ауырлыҡтар алдында юғалып ҡалмай, ирҙәр менән бер ҡатарҙан уңышлы эшләү мөмкинлеге бирә.
Абруйлы һөнәргә ғүмерен бағышлаған ханым хәҙерге заман йәштәренең дә геолог һөнәренә ылығыуын теләй. Ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында, коллектив менән эшләүҙән дә бәхетлерәк минуттар юҡ, ти Өфө районында йәшәүсе хаҡлы ялдағы ветеран-геолог Рәйхана Ноғоманова.
Гүзәл Борханова







