Башҡортостан вәкиле Рәсәйҙең иң яҡшы 100 яҙыусыһы исемлегенә инде

Хәҙерге рус әҙәбиәтен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн Илеш районы вәкиле Илгиз Әхмәтов Федор Достоевский миҙалы менән бүләкләнде. Яҙыусының «Оҙон-оҙаҡ ҡайтыу юлы» тип аталған китабы конкурста иң яҡшы йыйынтыҡтарҙың береһе тип баһаланған.

Сюжетҡа ярашлы, Анголалағы хәрби бәрелештәрҙә йәрәхәтләнгәндән һуң, совет һалдаты өйөнә ҡайтырға тырышып, ҙур ҡыйынлыҡтар аша үтә. Әҫәр реаль ваҡиғаларға нигеҙләнеп яҙылған. Рәсәй яҙыусылары союзы тарафынан булдырылған «Йыл яҙыусыһы» милли премияһы йыл һайын тапшырыла. Конкурста биш меңдән ашыу автор ҡатнашҡан.

Фото №1 - Башҡортостан вәкиле Рәсәйҙең иң яҡшы 100 яҙыусыһы исемлегенә инде
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ