Өфөлә «Алһыу ҡаплан» халыҡ-ара джаз фестивале старт алды

Ул өс көн дауам итәсәк. Быйыл фестиваль 25-се тапҡыр ойошторола. Юбилейлы дата Рәсәйҙә джаз сәнғәтенә нигеҙ һалыуҙың йөҙ йыллығына тура килә. Сараны асыу тантанаһында Силәбе өлкәһе төркөмдәре – «Уральский диксиленд Иван Бурко» менән йәш «ВиДжи коллектив»ы сығыш яһаны.

Рәсәй джаз конкурстары лауреаттары булып танылған һуңғы коллектив Петр Чайковский исемендәге Көньяҡ-Урал дәүләт институты студенттарынан тупланған. Улар Өфөлә тәүге тапҡыр сығыш яһай.

Тамашаны Рәсәй джаз сәхнәһенең йәш өмөтлө йондоҙо Карина Кожевникованың сағыу сығышы биҙәне. 2-3 апрелдә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында күренекле пианист Даниил Крамер менән Куба вәкиле Карлос Эчаваррианы алҡышларға мөмкин.

Фото №1 - Өфөлә «Алһыу ҡаплан» халыҡ-ара джаз фестивале старт алды

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ