Талҡаҫта балыҡсылар. Баймаҡта боҙ аҫтынан ҡармаҡлау миҙгелен ябыу тантанаһы үтте. Район хакимиәте башлығы призына үткәрелгән ярышта тиҫтәләп балыҡсы ҡатнашты. Саранан БЮТ каналының ижади төркөмө лә ситтә ҡалманы.
50-гә яҡын балыҡсы иртә менән Талҡаҫ күленә юлланды. Ҡармаҡҡа эләккән табыштан тыш район хакимиәте ярыш еңеүсеһенә 8 мең һумлыҡ бүләк әҙерләне.
Балыҡсыларҙың кесеһенә 6 йәш булһа, олоһо 75-тә. Уларҙың һәр береһе балыҡ тотоу өсөн бар һәләтен ҡулланды. Уйылған мәкеләрен емләне, балыҡ эҙләп күлдең бер нисә урынында мәке уйҙы.
Боҙ аҫтынан балыҡ тотоу ғүмерлек шөғөл. Рәфҡәт Ибраһимов бала сағынан ҡармаҡты ҡулынан төшөргәне булмаған. Бигерәк тә ҡышҡы миҙгелдә. Иң ҙур балығын Инйәр йылғаһында тотҡан.
Балыҡ тотоу буйынса Сергей Дмитриевҡа етеүсе булманы. Сарала ҡатнашыусыларға шулай уҡ төрлө номинациялар буйынса ҡиммәтле бүләктәр һәм кубоктар тапшырылды. Тәбиғәт ҡосағында бешерелгән былау, эҫе самауыр сәйе менән һыйланып, халыҡ ижады үҙәге артистарының дәртле йыр-моңға бейеүҙәре балыҡсыларҙың күңелен тағы ла күтәрҙе.
Рафиҡ Әхмәтшин







