Республика халҡы социаль контракт менән файҙалана ала

Республика халҡы социаль контракт менән файҙалана ала

Быйыл программа үтәлеше өсөн 886 миллион һум бүленә. Мохтаждар яңы һөнәргә уҡый ала, бизнес башларға йәки шәхси ярҙамсыл хужалыҡ булдырырға мөмкин. Уҡыу өсөн дәүләт 30 мең һум түләй. Тегенсе, иретеп йәбештереүсе, бухгалтер һәм хеҙмәт баҙарында талап ителгән башҡа һөнәрҙәр үҙләштетергә мөмкин. Эш эҙләгәндәргә 4 ай дауамында 12 мең һум бирелә, бизнес башларға теләгәндәр – 250, шәхси ярҙамсыл хужалыҡ булдырыусыларға 100 мең һум тапшырыла. Социаль контракт төҙөү өсөн Күп функциялы үҙәк, халыҡ мәшғүллеге бүлеге, “Ғаилә” үҙәгенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. 

Фото №1 - Республика халҡы социаль контракт менән файҙалана ала
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ