Яҡшымбәттә үткән сарала транспорт саралары колоннаға теҙелеп үткән, “Ҡарға бутҡаһы” бешерелгән. Аҡһаҡалдар һәм ағинәйҙәр яҙғы сәсеү эштәренең яҡшы барыуын, көҙгө уңыштың мул булыуын теләп доға ҡылған. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Данил Акилов һөйләй.







