Апрелдә “Йәшел Башҡортостан” акцияһына старт бирелә. Быйыл дөйөм ағас ултыртыу көнө булараҡ 23 апрель һайлана. Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев ошондай тәҡдим менән сығыш яһаны. “Республикала 40-ҡа яҡын яңы аллеяға нигеҙ һалыу планлаштырыла”, тине ул.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров әйтеүенсә, ағас ултыртыу матур сара. Әммә өмәләр тейешенсә ойошторолмаһа, кешеләрҙең кәйефе ҡырыла.
Ҡала һәм район хакимиәттәре мәғлүмәте буйынса, 52 мең самаһы ағас һәм ҡыуаҡ ултыртыу ҡарала. Республика 1 апрелдән “Йәшел яҙ” тип аталған Бөтә Рәсәй экология марафонына ҡушылды. Таҙалыҡ көндәре, өмә һәм акциялар ойошторола. Быйыл беренсе тапҡыр “Тәгәрмәс” тип аталған яңы акция үткәрелә.







