Радий Хәбиров Луганск республикаһы менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү тураһында килешеү әҙерләргә ҡушты

Ул был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе. 

20 мартта Радий Хәбиров Донецк республикаһы башлығы Денис Пушилин менән осрашты. Улар хеҙмәттәшлекте киңәйтеү хаҡында коммюникеға ҡул ҡуйҙы.  “Луганск һуңғы йылдарҙа ныҡ зыян күргән. Был республика беҙҙең өсөн үтә яҡын. Ундағы Петровское ауылында Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатов ерләнгән. Килешеүҙе әҙерләргә һәм уның буйынса эшләргә кәрәк”, - тине Республика башлығы.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса Донбасс халҡы өсөн өсөнсө гуманитар ылау тупланған. Автоколонна 4 йөк машинаһынан тора. Конвойҙы иртәгә оҙатыу ҡарала.

Фото №1 - Радий Хәбиров Луганск республикаһы менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү тураһында килешеү әҙерләргә ҡушты
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ