Өфөнөң Һәҙиә Дәүләтшина бульвары 16/1 адресы буйынса урынлашҡан йорттоң 9-сы ҡатында йәшәүселәр яҙлы-көҙлө, һәм йәйге ямғырлы осорҙа һыу баҫыуына зарлана. Ярҙам һорап улар идарасы компанияға ла мөрәжәғәт иткән. Әммә тиҫтә йылдар хәл үҙгәрешһеҙ ҡала. БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.
Эльвира Сафина был торлаҡты 2014 йылда һатып алған. Әммә рәхәтләнеп донъя көтә алмай. Яҙлы-көҙлө һәм ямғырлы йәйҙәрҙә ул коридорҙа һыу баҫыуҙан ҡотолор өсөн төрлө ҙурлыҡтағы һауыт теҙеп ҡуйырға мәжбүр. Подъез стеналары тиҫтә йылдар дауамында күгәреп бөткән. Был үҙ сиратында балалар һаулығына ла кире тәьҫир иткән. Сафиндарҙың бәләкәй балаһы булған декрет ялындағы өлкән ҡыҙҙары ҡуртымға алынған фатирҙа мәжбүр.
Башҡа күрше-күләндең дә хәле шәптән түгел. Розалиә Ноғоманованың торлағын даими һыу баҫып, бүлмә стеналарын һаулыҡ өсөн зарарлы бәшмәк ҡаплаған. Коридор, йыуыныу бүлмәләренең түбә, стеналары ҡабарған. Халыҡ түбәнән туҡтауһыҙ аҡҡан һыу электр тәьминәтен туҡтатыр, тип хафалана.
Туғыҙынсы ҡаттағылар һыу кисеп йәшәргә мәжбүр. Коммуналь түләүҙәргә 5 мең һум самаһы, капиталь ремонтҡа ла ай һайын тәғәйен сумманы күсереп торалар,һ ыу баҫыуҙы иҫкәртеү маҡсатында сиратлап ҡарауыллап һыу түгергә мәжбүрҙәр.
Йорт сарҙағында полиэтилен түшәлгән, бер-нисә урында һыу йыйылһын өсөн биҙрәләр ҡуйылғанын асыҡланыҡ. Әммә был ғына халыҡты һыу баҫыу мәшәҡәтенән ҡотҡара алмай.
Һәҙиә Дәүләтшина бульвары, 16/1 йорттоң 1-се подъезында йәшәүселәр фекеренсә, түбәләге ярыҡтарҙан һыу аҫҡа үтеп, торлаҡтарын баҫа. Тиҫтә йылдар дауамында һыу баҫыуҙан тамам арыныҡ, ти, бында йәшәүселәр.
Торлаҡтың ремонт эштәренә яуаплы «Ареаль-51» ойошмаһы етәкселегенән мәсьәләгә асыҡлыҡ индереүҙәрен һораныҡ.
Һорау әлегә асыҡ ҡала. Яңылыҡтар хеҙмәте 1-се подьездың 9-сы ҡатында йәшәүселәрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу мәсьәләһе хәл ителешен контролдә тотоп, даими яҡтыртып барасаҡ.
Гүзәл Борханова




