Өфөлә 10 апрелдән 10 майға тиклем автомобиль шиналарын утилләштереү акцияһы үтә

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры тарафынан иғлан ителгән акцияға ярашлы баш ҡалала тәгәрмәстәрҙе йыйыу өсөн 7 майҙансыҡ ойоштороу күҙаллана.

Сүп-сар контейнерҙары эргәһендә йыйылған шиналар ҡайтанан эшкәртеүгә оҙатыла. Артабан улар балалар майҙансыҡтарында, спорт залдарында, аяҡ кейемдәре етештереүҙә ҡулланыла. Үтилгә ебәрелмәгән шина тирә-яҡ мөхиткә зыян килтерә, ул 30 йылдан алып 100 йылға тиклем серемәй зарарлы матдәләр сығара.

Фото №1 - Өфөлә 10 апрелдән 10 майға тиклем автомобиль шиналарын утилләштереү акцияһы үтә

Флорида Ким

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ