Күгәрсен районында моделле китапханаларҙың үҫеш мөмкинлектәренә арналған республика семинары үтте

Тармаҡ белгестәре, урындағы үҙидаралыҡ органдары етәкселәре, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ҡатнашҡан осрашыуҙа заман талаптарына яраҡлаштырып төҙөкләндерелгән китапханаларҙың эш тәжрибәһе өйрәнелде.

Былтыр Мораҡ ауылындағы учреждениеға ла «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә капиталь ремонт эшләнгән. Китап фондын һаҡлау өсөн иркен залдар, балаларға уйын зоналары булдырылған, яңы мультимедия ҡорамалдары һатып алынған. Семинарҙа ҡатнашыусылар билдәләүенсә, яңы һулыш алған китапханалар уҡыусылар һанын арттырырға булышлыҡ итә. Сара асыҡ һауала концерт менән тамамланды.

Фото №1 - Күгәрсен районында моделле китапханаларҙың үҫеш мөмкинлектәренә арналған республика семинары үтте

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ