Башҡортостанда «Дуҫлыҡ иле биҙәктәре» асыҡ республика конкурс-фестивале старт алды.

Һайлап алып туры онлайн форматта үткән. Бәйгелә 12 йәштән 16 йәшкәсә үҫмерҙәр ҡатнаша. Жюри рәйесе Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Ғәбитов әйтеүенсә, сығыш яһаусы балалар коллективтарының әҙерлеге юғары.

Конкурс башҡорт мәҙәниәтен популярлаштырыуҙы, халыҡ бейеүҙәре коллективтарын һаҡлауҙы маҡсат итеп ҡуя. Рәсәй халыҡтары сәнғәте һәм матди булмаған мәҙәни мираҫ йылы сиктәрендә ойошторолған фестивалдә төрлө халыҡ бейеүҙәре күрһәтеләсәк. Халыҡтар дуҫлығы байрамын 14 апрелдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында ҡарарға мөмкин. Гала-концертҡа инеү бушлай.

Фото №1 - Башҡортостанда «Дуҫлыҡ иле биҙәктәре» асыҡ республика конкурс-фестивале старт алды.

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ