Яҙҙы ҡаршы алыу йолаһы республика төбәктәренән тыш, Һамар, Һарытау өлкәһендә йәшәүсе милләттәштәребеҙ тарафынан да киң билдәләнә. Көйөргәҙеләр халыҡ байрамын яҙғы баҫыу эштәренә арнаны, ауыл хужалығы техникаһы парадын ойошторҙо.
Милли уйындар, ауыл мәҙәниәт йорто алдындағы ҙур йәрминкә байрам кәйефен тағы ла арттырҙы. Йүнселдәр ауыл хужалығы продукцияһын тәҡдим итте.
Азат Ғәлиуллин







