Бөгөн Республика менән идара итеү үҙәгендә уҙған оператив кәңәшмәлә ошондай бурыстар ҡуйылды. Радий Хәбиров Өфөләге яңы парктарҙы файҙаланыуға тапшырыу оҙаҡҡа һуҙылыуға бәйле тәнҡит һүҙҙәре еткерҙе. Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына гуманитар ярҙам менән төҙөлөш материалдары ебәрергә ҡушты. Ошо һәм башҡа көн ҡаҙағындағы темалар хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева.
«Башҡортостан» ҡурсаулығында солоҡ бал ҡорттары уянған, тимәк, бөтәбеҙгә лә уянырға ваҡыт, яҙғы эштәр көтә, тип башланы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәне. Яҙғы эштәрҙең иң тәүгеһе – юлдарҙы тәртикә килтереү. Башҡортостан башлығы юл-транспорт хәүефһеҙлеген хәстәрләп соҡорҙарҙы ямауҙы йәнләндерергә ҡушты.
Ведомство министры белдереүенсә, әле соҡорҙар һыуыҡ асфальт -бетон ҡатнашмаһы менән ямала. Һауа торошо тотороҡланыу менән ҡайнары ҡулланыласаҡ.
«Башкиравтодор» филиалдары 470 мең тонна ҡырсынташ һәм 4 мең тонна битум әҙерләгән. Төрлө кимәлдәге юлдарҙа меңдәрсә соҡор ремонтланған, көндәр йылыныу менән был эш тағы әүҙемләшә.
Радий Хәбиров Хөкүмәткә Луганск халыҡ республикаһы менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү әҙерләргә ҡушты. Күптән түгел Донецк халыҡ республикаһы менән Башҡортостан башлығы эшлекле осрашыу үткәрҙе. Быға тиклем республиканан ике гуманитар ылау китте.
5 апрелдә тағы дүрт йөк машинаһы юлға ҡуҙғала. Радий Фәрит улы был юлы күберәк төҙөлөш материалдары ебәрергә кәңәш итте. Махсус операцияла хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың ғаиләләренә матди ярҙам күрһәтеүҙе оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа ҡушты.
Йөҙгә яҡын мәктәп өсөн 4 миллиард һум. Федераль ҡаҙнанан 96 мәктәп бинаһын капиталь ремонтлауға ошо күләмдә аҡса бүленә. Айбулат Хажин программала әүҙем ҡатнашыусы һәм һүлпән эш барған муниципалитеттарҙы атаны. 26 белем усағында төҙөкләндереү эштәре башланған. Мәктәптәрҙе модернизациялау тәҡдимен ил президенты индерҙе.
«Һәр ир үҙ ғүмерендә йорт һалырға, ул үҫтерергә һәм ағас ултыртырға тейеш» тигән халыҡ мәҡәленә таянып Алан Марзаев бөтә ир-аттарҙы «Йәшел Башҡортостан» акцияһына ҡушылырға саҡырҙы. Республиканың Торлаҡ- коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы әйтеүенсә, бының өсөн муниципалитет сайттарында аллеяны, теләгән ағас үҫентеһен һайлап һатып алырға кәрәк.
Үҫентелә куар- код күрһәтеләсәк, уның буйынса ағастың кем һәм ҡасан ултыртыуы тураһында мәғлүмәт һаҡлана. Төбәктәрҙә алма, миләш, кедр, каштан ағастарынан бөтәһе 40 аллея булдырыу ҡарала.
Быйыл «Йәшел Башҡортостан» акцияһы 23 апрелдән 10 майғаса дауам итә. 49 мең ағас ултыртыу ҡарала, уларҙың 16 меңе – ҙур үҫенте. Республика етәксеһе һәр ваҡыттағыса ваҡ үҫентегә ҡарағанда ҙурына өҫтөнлек бирергә ҡушты.
Өфөлә яңы төҙөлгән « Көньяҡ» һәм «Ҡоштар» парктары ни өсөн һаман файҙаланыуға тапшырылмай? Радий Хәбиров ҡала баҡсаларын асыуҙы һуҙған өсөн етәкселәрҙе шелтәләп, «Йәшел» акция уҙғарыуҙың берҙәм көнөндә уларҙы асыу кәрәклеген билдәләне.
Рәмилә Исмәғилева




