Орлоғона күрә уңышы. Уҙған йыл ҡоролоҡҡа ҡарамаҫтан, Илеш районының ауыл эшсәндәре мул орлоҡ запасы туплаған. Әле 11 хужалыҡтың юғары сифатлы орлоҡ һатыу өсөн сертификаттары бар. Был турала районда уҙған агрономдар конференцияһында белдерелде. Яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек буйынса кәңәшмә “Урал” хужалығы базаһында ойошторолдо. Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе Альбина Ғабдуллина һөйләй.
Быйыл Илеш хужалыҡтарына 93 мең гектарҙа яҙғы баҫыу эштәрен башҡарып сығыу бурысы тора.







