Бөгөн Өфөнән Луганск һәм Донецк республикаларына өсөнсө гуманитар ярҙам оҙатылды. Автоколонна 4 автомобилдән тора. “Башҡортостан был юлы Донбасс халҡы өсөн 84 тонна гуманитар ярҙам тупланы. Уның күп өлөшө төҙөлөш материалдарынан тора”, - ти Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров.
Башҡортостан һәм Донецк республикаһы араһында хеҙмәттәшлекте киңәйтеү хаҡында коммюнике төҙөлдө. “Өфө һәм Донецк хәҙер туғандаш ҡалалар. Беҙ дуҫтарыбыҙға ихлас ярҙам итәбеҙ”, - ти Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин.
Башҡортостанда Донбасс өсөн 4-се гуманитар ылау әҙерләнә башланы. Ярҙам күрһәтергә теләгәндәрҙең һорауҙарына Шылтыратыуҙар үҙәге операторҙары яуап бирә. Бәйләнеш телефоны: 8 (347) 218-19-19. Үҙәк көн һайын иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй.








