Донбасста март айында ирекмән булараҡ эшләп ҡайтыусы табиптар араһында берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ Лидия Ахунова ла бар. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында реаниматолог-анестезиолог менән БЮТ каналының ижади төркөмө осрашты. Был хаҡта киләһе яҙмала.
Лидия Ахунованың Донбасста ирекмән булып эшләп ҡайтыуына ике аҙна ғына ваҡыт үткән. Махсус хәрби операция барған төбәккә реаниматолог-анестезиолог табиптар йәмәғәт ойошмаһы аша белешмә алып, ирекмәндәр отрядына яҙылған. Март башынан аҙағына тиклем 21 көн дауамында уға дүрт табип менән бергәләп ауыр яралы һалдаттарға һәм ерле халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтергә тура килгән.
Башҡортостандан килгән табиптар фронт һыҙығына киткән коллегаларына алмашҡа һаулыҡ һаҡлау вахтаһына баҫа. «Дауахананың үҙендә үк йәшәү беҙҙең өсөн айырыуса уңайлы ине», – ти табип-реаниматолог.
Башҡортостандан махсус хәрби операция барған Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына ирекмән булараҡ ярҙамға барырға теләүселәр исемлегендә 150 ашыу табип тора. Әлеге ваҡытта махсус хәрби операция барған төбәктә Башҡортостандан тағы ла бер төркөм медицина хеҙмәткәрҙәре ирекмән булараҡ һөнәри бурысын үтәй.
Гүзәл Борханова







