Башҡортостанда урындағы үҙидаралыҡтарға 69 депутат һайланды

Республикала йәшәүсе 23 меңдән ашыу тауыш биреүсе ҡатнашҡан кампания 3 апрель үтте. Һайлау уҙған райондарҙа 79 участка комиссиялары эшләне. Шулай уҡ алдан тауыш биреү ҙә ойошторолғайны. Күҙәтеүселәр әйтеүенсә, сәйәси кампания ғәҙәттәгесә, ойошҡан һәм асыҡ шарттарҙа үтте. Тауыш биреү барышын күҙәтергә Башҡортостандың йәмәғәт палатаһы ағзалары ла йәлеп ителде.

Өҫтәмә һайлауҙар республиканың 28 районында үтте. Кампанияға 79 участка һайлау комиссияһы йәлеп ителде. Уларҙың барыһында ла йәмәғәт палатаһы ағзалары эшләне. Муниципалитеттарҙа уҙған кампания тауыш биреүселәрҙең, депутатлыҡҡа дәғүә итеүселәрҙең дә бер-береһен яҡшы белеүе, ышаныуы менән үҙенсәлекле. Шуға күрә һайлауҙар ойошҡан һәм асыҡ үтә.

Лида Исергәкова, Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының һайлауҙарҙы күҙәтеү буйынса төбәк йәмәғәт штабы етәксеһе
Фото №1 - Башҡортостанда урындағы үҙидаралыҡтарға 69 депутат һайланды

Айнур Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ