Тәгәрмәсле күсмә йорт. Күгәрсен районы егеттәре Өфөлә туризм тармағында файҙаланырлыҡ транспорт сараһын етештереүҙе яйға һалған. Бөгөн Рәсәй төбәктәренән тыш, Ҡаҙағстан менән Төркиәнән дә заказдар бар.
Күптән түгел йүнселдәр һәм уларҙың башҡарылған эше менән республика башлығы ла социаль селтәрҙә бүлешкәйне. Радий Хәбиров үҙ сәхифәһендә тағылмалы транспорт сараһын сәйәхәт итергә яратыусыларға альтернатив ысул булыуын билдәләй. Теманы БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Ябай ҡыҙыҡһыныуҙан башланған шөғөл. Бөгөн ул хатта бизнес рәүешендә. Рәшит Шәйәхмәтов һөнәре буйынса табип. Тәгәрмәсле йорт төҙөү идеяһын ул 2019 йылда тормошҡа ашыра. Теүәл бер йылдан заказдар ҡабул ителә башлаһа, бөгөн шөғөл табышлы тармаҡҡа әйләнгән.
Тәгәрмәсле күсмә йорттоң ауырлығы 550 килограмм. Ул рөхсәт ителгән стандарттан ике тапҡырға еңелерәк. Габарит та стандарт талаптарына яуап бирә.
Шуға ла көнбайыш санкциялары Ватан етештереүсеһенә бер ни тормай. Тағы ла илһамланып, урындағы сифатлы сеймал менән иркенләп эшләргә мөмкинлек бирә.
Әлегеһе 70 процентҡа тиклем әҙер. Эске биҙәкләү эштәре генә ҡалған тип әйтергә кәрәк. Транспорт сараһы тулыһынса йыһазландырылғас, яҡын арала донъяның иң ҙур күле Байкалға юлланыр тип көтөлә.
Азат Ғәлиуллин




