4 апрелдән 14-нә тиклем республикала 2022 йылдың икенсе ярты йыллығына ваҡытлы матбуғатҡа ташлама менән яҙылыу декадаһы үтә. Федераль почта хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, барлығы 1800 төр гәзит-журналға яҙылыуға 30 процент ташлама тәҡдим ителә.
Исемлектә республикала һәм район-ҡалаларҙа сыҡҡан 140 баҫма ла бар. Гәзит-журналдарға почта бүлексәләрендә һәм Рәсәй почтаһының мобиль ҡушымтаһы аша ла яҙылырға мөмкин.
Гөлдәриә Йосопова




