Шишмә районында хәрби шағир Рәхим Саттар иҫтәлегенә әҙәби кисә ойошторолдо

«Дуҫлыҡ күпере» телебәйләнешендә Башҡортостан менән Татарстан республикаһы вәкилдәре, яҙыусылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре Рәхим Саттарҙың ижадын һәм тормош юлын иҫкә алды.

1941 йылда Рәхим Саттар үҙ теләге менән фронтҡа китә, бер йылдан һуң дошман ҡулына эләгеп лагерға оҙатыла. Тарихи сығанаҡтарға ярашлы, һуғыштан һуң уның яҙмышы билдәһеҙ тип иҫәпләнә. Әҙиптең патриотик шиғырҙары һалдаттар өсөн фашизмға ҡаршы көрәш байрағы, еңеүгә әйҙәүсе көс булып тора.

Фото №1 - Шишмә районында хәрби шағир Рәхим Саттар иҫтәлегенә әҙәби кисә ойошторолдо

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ