«Салауат Юлаев» хоккей клубы «Башҡортостан буйлап» акцияһын дауам итә

Яңыраҡ спорт коллективы Нефтекама ҡалаһында сығыш яһаны. Хоккейсылар менән күрешергә йөҙәрләгән көйәрмән килгән, уларҙың күбеһе - кесе йәштәгеләр. Осрашыуҙа төп составтың бөтә уйынсылары, тренерҙар штабы, талисмандар һәм дәртләндереү төркөмө ҡатнашты.

Нефтекамаға сәфәр осраҡлы түгел, бында юлаевсыларҙың «Торос» фарм-клубы уйынсылары тәрбиәләнә. Оҫталыҡ дәрестәренән һуң, спорт мәктәбе һәм «Салауат Юлаев» хоккейсылары араһында иптәштәрсә матч уҙҙы. Быға тиклем Өфө хоккей клубы йыл һайын үтә торған «Сибай яҙы» турнирында оҫталыҡ дәрестәре күрһәткәйне.

Беҙ йәш хоккейсылар өсөн күнекмәләр күрһәттек. Йәш буйынса күнекмәләр айырылмай, тиһәң дә була, ололарҙыҡы күберәк тактикаға ҡоролған. Сара бик файҙалы, тип уйлайым. Тәү сиратта төбәктә хоккейҙы популярлаштырыуҙы маҡсат итеп ҡуябыҙ.

Григорий Панин, «Салауат Юлаев» хоккей командаһы һаҡсыһы
Фото №1 - «Салауат Юлаев» хоккей клубы «Башҡортостан буйлап» акцияһын дауам итә

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ