«Башҡортостан. Хроникалар. COVID. Яңы саҡырыуҙар» тип исемләгән документаль фильм күрһәтелә

Премьера әҫәре коронавирусҡа бәйле хәлде күҙәтеүҙәргә һәм уйланыуҙарға ҡоролған. Ул коронавирус эҙемтәләренең тормоштоң төрлө өлкәләренә йоғонтоһо, мәкерле сиргә ҡаршы көрәштә халыҡтың берләшеүе һәм теләһә ниндәй һынауҙарға әҙер булыуы тураһында.

Фильмда республиканың төрлө телекомпаниялары төшөргән видеокадрҙар ҡулланылған. «Был фильм беҙҙең турала һәм беҙҙең өсөн» тип белдергән фильм авторҙары. Телепремьеранан һуң беҙҙең телеканалда тура эфирҙа фильм тураһында фекер алышыу ҙа ойошторола.

Фото №1 - «Башҡортостан. Хроникалар. COVID. Яңы саҡырыуҙар» тип исемләгән документаль фильм күрһәтелә

Гөлдәриә Йосопова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ