Юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары Мәләүез районында шик тыуҙырған «Geely» автомобилен туҡтатырға теләгән.
Тик руль артындағы ханым Өфө-Ырымбур трассаһында дежур итеүсе инспекторҙарҙың командаһын инҡар итеп ҡасырға маташҡан. Хоҡуҡ һаҡсылары инормарканы Салауат ҡалаһының Ленинград урамына тиклем ҡыуып барған. Асыҡланыуынса, руль артында 33 йәшлек ҡатын ултырған. Салонда 6-шар йәшлек ҡыҙы менән улы ла булған.
Алкотестер водителдең ҡанында алкоголь булыуын күрһәткән. Йәш әсәгә ҡарата биш административ протокол төҙөлгән. Мәғлүмәт бәлиғ булмағандарҙың эштәре буйынса комиссияға тапшырылған.




