Радий Хәбиров коронавирус менән көрәшкән һәр кемгә рәхмәт белдерҙе

БСТ телеканалында “Башҡортостан. Йылъяҙмалар. COVID. Яңы саҡырыуҙар” тигән документаль фильм премьераһы уҙҙы. Уны ҡарағандан һуң студияла фекер алышыу ойошторолдо. Республика Башлығы видеоэлемтә аша сығыш яһаны. Радий Хәбиров әйтеүенсә, был фильм коронавирус менән көрәшкән һәр табип, волонтер, төрлө хеҙмәттәргә һәм халыҡҡа рәхмәт йөҙөнән әҙерләнде. “COVID – һаулыҡ һаҡлау тармағын үҙгәртеп ҡорорға, бизнесты яңыса алып барыуҙа мөмкинлектәр асты”, - тине Башҡортостан Башлығы.

Радий Хәбиров коронавирус менән көрәшкән һәр кемгә рәхмәт белдерҙе

         Радий Хәбиров әйтеүенсә, алда ла беҙҙе һынауҙар көтә. Әммә халыҡ берҙәм булғанда, барыһын да еңеп сығырға мөмкин.

Фото №1 - Радий Хәбиров коронавирус менән көрәшкән һәр кемгә рәхмәт белдерҙе
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ