Билдәле балет йондоҙоноң билдәһеҙ фотолары. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры музейында Рудольф Нуриевтың тыуған көнөнә арналған күргәҙмә эш башланы. Экспозиция аша бығаса киң тамашасыға билдәле булмаған фотолар менән танышырға мөмкин. Уларҙа Рудольф Нуриевтың Венецияға сәфәре урын алған.
Күргәҙмә өс көн дауамында барасаҡ «Нуриев көндәре» сиктәрендә махсус булдырылған. Уны асыу тантанаһына Рәсәй балет йондоҙҙары менән бергә, Рудольф Нуриевтың ижадташ дуҫтары ла саҡырылған. Улар араһында дизайнер һәм ювелир оҫтаһы Лиза Сотилис та бар.
Азат Ғәлиуллин




