Баймаҡ районында алтын ҡаҙыуға ер бирелмәй

Республика Хөкүмәте вице-премьеры Азат Бадранов “Бәйләнештә” социаль селтәрендә ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса ведомство-ара комиссия эше менән таныштырҙы. Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев менән осрашыуҙа “Алтын юл” ойошмаһы эшмәкәрлеге буйынса фекер алышыу булған. Һөйләшеү һөҙөмтәһенә ярашлы компания Басай ауылы янында ерҙәргә дәүләт тарихи-мәҙәни экспертиза үткәрергә тейеш. Юғиһә, ҡаҙыу эштәренә тотона алмай. Биләмәне ҡуртымға алыу килешеүе булмағас, халыҡ бында бесән эшләй ала. Ләкин Баймаҡ районында “ҡара ҡаҙыусылар” мәсьәләһе көнүҙәк булып ҡала. Шуға улар менән көрәш өсөн махсус комиссия булдырыла, тип яҙа Азат Бадранов.

Фото №1 - Баймаҡ районында алтын ҡаҙыуға ер бирелмәй
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ