Уның исемен Бөтә донъя шашка федерацияһы президенты Яцек Павлицкий алып ташлаған. Ошо турала Рәсәй йыйылма командаһы баш тренеры Юрий Черток хәбәр итте. Тамара Танһыҡҡужина был күренешкә ошондай фекер белдерҙе.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев Тамара Танһыҡҡужинаны рейтингтан сығарыуға бәйле ҡыҙыҡлы тәҡдим индерҙе. “Шашка буйынса чемпиондар исемелеген ҡараһаҡ, күптәрҙең Рәсәйҙән булыуы күренә. Улар төрлө сәбәптәр арҡаһында башҡа илдәр өсөн сығыш яһай. Шуға Польша спорт чиновниктарының беҙгә шарт ҡуйыуы аңлашылмай. Санкциялар индерелеүгә бәйле, альтернатив спорт хәрәкәтен булдырыу мөмкинлеге ҡарала. Бөгөн һүҙҙән эшкә күсергә һәм быны тап шашка спортынан башларға кәрәктер”, - тип белдергән парламент спикеры. Константин Толкачёв әйтеүенсә, шашка буйынса Рәсәйҙә үткәрелгән ярыштарға донъялағы бик күп ил спортсылары киләсәк. Ә Польша һәм тағы бер нисә дәүләт ҡалғандар араһында турнир ойошторасаҡ, тигән ул.







