Әхәт Мортазин байтаҡ йылдар “Юлдаш” радиоһы волейбол командаһының алыштырғыһыҙ капитаны булды. Майҙанда сәмләнеп туп уйнаны, спортсылар тәрбиәләне. “Быйылғы ярышта яңы командалар ҙа була”, - ти БСТ телеканалы командаһы етәксеһе Наил Юнысов.
Турнир 15 апрелдә "Динамо" стадионында ойошторола. Инеү бушлай. Көйәрмәндәр араһында бүләктәр уйнатыла.




