Шашка буйынса 7 тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина донъя рейтингынан сығарылған. Уның исемен Бөтә донъя шашка федерацияһы президенты Яцек Павлицкий алып ташлаған. Республика был күренешкә баһа биреп тә өлгөрҙө. Башҡортостанда Тамара Танһыҡҡужина исемендәге призға халыҡ-ара ярыш үтәсәк. Радий Хәбиров бөгөн ошо турала белдерҙе. Ул был яңылыҡты Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Совет ултырышында еткерҙе.
Беҙ донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужинаның да тәьҫораттарын белештек.







