Владимир Жириновский 1946 йылда Алма-Атала тыуған. 1993 йылда Дәүләт Думаһына депутат итеп һайлана. 11 йыл Дәүләт Думаһы рәйесе урынбаҫары вазифаһын башҡара. Төрлө йылдарҙа Европа Советы ассамблеяһы парламенты депутаты була. 2011 йылдан ЛДПР фракцияһын етәкләне. Рәсәй Президенты һайлауҙарында кандидат булды. “Владимир Вольфович сағыу сәйәсмән булды”, - ти билдәле ғалим Зөфәр Тимербулатов.
25 апрелдә Владимир Жириновскийға 76 йәш тулыр ине.







