Шаран районы үҙәгендә балалар ижады һәм спорт үҙәге уңышлы эшләй

Тхэквондо түңәрәген республикала көрәш сәнғәте буйынса иң яҡшы остаз тип танылған 3-сө разряд ҡара билбау эйәһе Радик Иҙиәтов етәкләй. Йәш спортсылар халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм төбәк ярыштарында еңеүсе һәм призер исемдәрен яулай. Яңыраҡ секцияла тәрбиәләнеүсе ике үҫмер имтихандарҙы үтеп, ҡара билбауға лайыҡ булған.

Февраль аҙағында уҙған тхэквондо буйынса республика беренселегендә Шаран спортсылары 5 алтын һәм 3 көмөш миҙалға лайыҡ булып, командалар ярышында кубок менән бүләкләнгән. Түңәрәктә төрлө йәш буйынса 4 төркөм шөғөлләнә, күнекмәләр көн һайын үтә.

Дзюдо менән 5 йыл шөғөлләнәм. Башҡаларға ла кәңәш итәм. Ярышта ҡатнашыуы башта ҡурҡыныс ине, һуңынан үҙемде ҡулға алдым да, беренсе урынға сыҡтым.

Әмир Ғабдрахманов, тхэквондо буйынса республика беренселеге еңеүсеһе
Фото №1 - Шаран районы үҙәгендә балалар ижады һәм спорт үҙәге уңышлы эшләй

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ