Украиналағы операцияла һәләк булған хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә 2 миллион һум түләнә башланы

Был ярҙам Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса федераль аҡсаларға өҫтәп түләнә. Төбәк түләүҙәре һәләк булған хәрбиҙең ғаилә ағзаларына тигеҙ бүленә. Аҡсаларға вафат булыусының ҡатыны, балалары, ата-әсәһе лә дәғүә итә ала. Улар булмаған сораҡта олатаһы йәки өләсәһе ғариза яҙа ала. Документтарҙы үлеменән һуң өс йыл эсендә тапшырырға мөмкин.

2 миллион һумлыҡ аҡсалата ярҙамды алыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә башланы. Документтарҙы республиканың халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге филиалдарына һәм күп функциялы үҙәктәргә тапшырырға мөмкин. Аҡсалар күсерелде,түләүҙәрҙе башҡарырға әҙербеҙ.

Наталья Козка, Башҡортостан ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының бүлек етәксеһе
Фото №1 - Украиналағы операцияла һәләк булған хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә 2 миллион һум түләнә башланы

Айнур Кәбиров

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ