Дөйөм алғанда, коммерция булмаған ойошмалар, муниципаль учреждениелар һәм ижади берләшмәләр 27 миллион 700 мең һумлыҡ грант ярҙамы аласаҡ. Республика еңеүселәр һаны буйынса Волга буйы федераль округында өсөнсө, Рәсәй кимәлендә алтынсы урында. Проекттарҙы тормошҡа ашырғанда район-ҡалаларҙа күләмле мәҙәни саралар үтә.
Әйтәйек, Ишембайҙа «Торатау мираҫы» фестивале, Сәйетбабала ырыуҙар йыйыны, Бишбүләктә үҙешмәкәр театрҙар конкурсы ойоштороу ҡаралған. Төбәктең сәсәндәр үҙәге лә ил кимәлендә йәш сәсәндәр бәйгеһе уҙғарыуға ярты миллион һумға яҡын федераль финанс ярҙам аласаҡ. Фестивалдә ҡатнашыуға ғаризалар 20 апрелдән ҡабул ителә башлай. Рәсәйҙең ике тиҫтәгә яҡын төбәгенән нәфис һүҙ оҫталары килеүе көтөлә.
Мәҙәниәт, сәнғәт һәм креатив индустриялар өлкәһендәге проекттар конкурсында Өфөнөң 6-cы моделле китапханаһы ла еңеү яуланы. Өс йөҙ мең һумлыҡ грант аҡсаһына «Һалдат яҙмышы» тип исемләнгән яңы экспозиция ойоштороу ҡаралған. Ошо маҡсатта учреждение стеналарында эшләгән хәрби тарих музейының йыһаздары яңыртылып, мультимедия ҡорамалдары һатып алынасаҡ.
Гөлназ Хәйбуллина







