«Роспотребнадзор» оло юбилейын ҡаршылай

Башҡорт дәүләт медицина университетында санитар эпидемиология өлкәһе ветерандары менән юғары уҡыу йортоноң медик-профилактика факультеты студенттары осрашыуы үтте. Республиканың баш санитар табибы Анна Казак әйтеүенсә, эпидемиологтар – һирәк белгестәр.

Рәсәйҙә тармаҡ белгестәрен 28 юғары уҡыу йорто һәм 6 колледж әҙерләй. Шуға ҡарамаҫтан, бер быуат элек медицианың бер йүнәлеше булып ҡына эш башланған хеҙмәт әле айырым бер ҙур ведомство. Юбилей йылын Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү идаралығы юғары ҡаҙаныштар, уңыштар менән ҡаршы ала. Хеҙмәт меңдән ашыу кешене берләштерә.

Кеше уянғас та тешен таҙарта, иртәнге аш ашай, балаһын балалар басаһына оҙата, эшкә юллана. Ниндәй генә эштә нимәгә генә тотонмаһын, был – беҙҙең эш, беҙҙең контроль. Һулаған һауа, эскән һыу, эшләгән ер ҙә беҙҙең күҙәтеүҙә. Был эш артында ғалимдар, медицина белгестәре, тәжрибәле тармаҡ ветерандары һәм яңы белем үҙләштергән студенттар тора.

Анна Казак, Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе
Фото №1 - «Роспотребнадзор» оло юбилейын ҡаршылай

Айнур Кәбиров

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ