«Cалауат Юлаев» рәсми рәүештә миҙгелде япты

Уҙған шишәмбе хоккейсылар, команданың тренерҙар штабы көйәрмәндәр менән осрашып, өс өлөштән торған сарала ҡатнашты. Башта мини-футбол буйынса дуҫтарса матч уйнаһалар, һуңынан «Өфө-арена»ла бергәләп боҙҙа шыуҙылар. Осрашыу аҙағында уйынсыларҙан автограф алыу мөмкинлеге лә булды, фотосессия ойошторолдо.

Юлаевсылар миҙгелде тамамлағандан һуң Саҡмағош районы, Сибай һәм Нефтекама ҡалаларының йәш хоккейсыларына оҫталыҡ дәрестәре менән сығыш яһағайны, «Бөтә Башҡортостанға» тип исемләнгән турҙың йомғаҡлау нөктәһе Өфөлә үтте.

Осрашыу барыһында ла тик яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Көйәрмәндәр уйынсылар менән бергә боҙҙа шыуып, трибуналар, арена масштабын тоя алды. Өфө өсөн ҙур байрам.

Шакир Мөхәмәҙуллин, «Салауат Юлаев» хоккей командаһы һөжүмсеһе
Фото №1 - «Cалауат Юлаев» рәсми рәүештә миҙгелде япты

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ