Аҡса иҫәп һәм һаҡсыл тотонғанды ярата

Бөтә Рәсәй финанс грамотаһы аҙналығы сиктәрендә Өфөнөң 1-се республика полилингваль гимназияһында үҙенсәлекле дәрестәр ойошторолдо. Финанс грамотаны үҫтереүсе дәрес-уйындарҙы республиканың билдәле финанс белгестәре һәм Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы финанс университеты уҡытыусылары үткәрҙе.

 Аҡса тотоноуға, ғаилә бюджетын дөрөҫ бүлергә өйрәтеүсе сарала БЮТ каналының ижади төркөмө лә булды. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.

Бөтә Рәсәй финанс грамотаһы аҙналығы сиктәрендә Өфөнөң 1-се республика полилингваль гимназияһында үҙенсәлекле дәрестәр ойошторолдо. Финанс грамотаны үҫтереүсе дәрес уйындарҙа республиканың билдәле финанс белгестәре һәм Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы финанс университеты уҡытыусылары үткәрҙе. Аҡса тотоноуға, ғаилә бюджетын дөрөҫ бүлергә өйрәтеүсе сарала БЮТ каналының ижади төркөмө лә булды. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.

Республиканың 1-се полилингваль мәктәбендә янсыҡтағы аҡсалар менән самалап тотонорға башланғыс синыфтарҙан уҡ өйрәтәләр. Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы финанс университеты филиалы директорын өсөнсө синыф уҡыусыларының аҡса мәсьәләһендә хәбәрҙар булыуы, ҡыйыу һорауҙар биреүе һәм төплө яуаптары һоҡландырған.

Башланғыс синыфта ғына беллем алыуҙарына ҡарамай, был уҡыусылар бик алсаҡтар. Киләсәккә ниндәй һөнәр һайлаясаҡтары хаҡында ла уй-хыялдары менән бүлештеләр. Бөгөнгө осрашыуҙан һуң улар киләсәктә аҡсаларын дөрөҫ ҡулланып, идара итә алһалар, беҙ маҡсатыбыҙға ирешәсәкбеҙ.

Рафаэль Сафуанов, Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы финанс университеты филиалы директоры

Керемдәр һәм сығымдар. Хәләл көс менән эшләп тапҡан хеҙмәт хаҡын бәрәкәтле итеп тотоноу бөгөн көнүҙәк мәсьәләләрҙән һанала. Өлкән синыф уҡыусылары иһә алыш-биреш, кредиттар, банк системаһына ҡағылышлы конкурста өс командаға бүленеп көс һынашты. Финанс яҡтан тәрән белем тиктомалдан бурысҡа батмауға ышаныс биреүен үҫмерҙәр яҡшы аңлай.

Аҙна дауамында республика балалары кеҫә аҡсаларын бәрәкәтле итеп тотоу алымдарын өйрәнәсәк. Ата-әсәләре бүлгән финанстарға өлкәндәрсә яуаплы мөнәсәбәт булдырыу буйынса практик күнекмәләрҙә лә ҡатнашасаҡ.

Финанс грамота аҙнаһы республикала һигеҙенсе тапҡыр ойошторола. Аҡсаны һаҡсыл тотоуға ҡарата тематик белем биреү дәрестәре, финанс марафондар мәктәп уҡыусылары, студенттарға, ата-әсәләргә лә бик файҙалы. Бөтә саралар ҙа Рәсәйҙә финанс стратегияһын ғәмәлгә ашырыу проекты сиктәрендә ойошторола.

Нелли Бердина, Башҡортостандың финанс министры урынбаҫары

Боронғо талир тәңкәләр тарихына арналған танып белеү уйынында ла үҫмерҙәр ихлас ҡатнашты. Аҡсалар менән тулы мөғжизәләр яланын байҡарға Рәсәй Хөүмәте ҡарамағындағы финанс университетының финанс һәм кредит фәне уҡытыусыһы Юлиә Рәхмәтуллина ярҙам итте. Конкурсанттар араһынан Роман Яфаев һәм Әмир Шәриповтар оригиналь яуаптары, аҡсалар тарихын төплө белеүҙәре менән айырылды.

Финанс белем үҫмерҙәргә мәктәп стеналарында уҡ ныҡлы һалынырға тейеш. Был белемдәр уларға тормош ҡорғандан һуң ғаилә бюджетын дөрөҫ планлаштырырға, кредит һәм пирамидалар көрсөгөнә эләкмәү мөмкинлеген бирер тип күҙаллана.

Фото №1 - Аҡса иҫәп һәм һаҡсыл тотонғанды ярата
Выборы 2026

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ