Ауыл мәктәптәренә яңы һулыш...

Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса республикала мәктәптәр төҙөкләндерелә. Белем биреү усаҡтарында капиталь ремонт үткәреү кәрәклеге тураһында ул «Берҙәм Рәсәй» партияһының 20-се съезында белдерҙе.

Уның сиктәрендә төбәктә 2026 йылға тиклем 365, шул иҫәптән яңы уҡыу йылына 63 мәктәпте яңыртыу күҙаллана. 1 сентябргә тиклем өлгөрөр өсөн Стәрлебаш районы мәктәптәрендә ремонт әле үк башланған. Теманың дауамы киләһе яҙмала.

Бер аҙна эсендә бинаның эсе бушатыла, тәҙрә, иҙәндәр һүтелә. Стәрлебаш ауылының башланғыс мәктәбе 1968 йылда төҙөлгән, шул ваҡыттан алып бында бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт үтмәй. 280 баланы һыйҙырған белем усағы Мәктәптәрҙе модернизациялау федераль программаһына ингән.

Дүртенсе сиректе тамамлағансы Әмир мәктәбе уҡыусылары Ҡарағош ауылына йөрөп уҡыясаҡ. Элекке мәктәп бинаһында урынлашҡан балалар баҡсаһының яртыһы яңынан уҡыу кластары өсөн яраҡлаштырыла. Бында биш ауыл балалары өсөн ике сменала уҡыу ойошторолған. Мәктәпкәсә учреждение менән күрше урынлашҡанға күрә,әлбиттә, ваҡытлыса ҡыйынлыҡтар ҙа күҙәтелә. Кескәйҙәрҙең көндөҙгө йоҡоһо ваҡытында уҡыусыларға һәм уҡытыусыларға тыныс йөрөргә тура килә. Интернет мәсьәләһе лә көнүҙәк.

Әмир ауылы мәктәбе лә Стәрлебаш районының Мәктәптәрҙе модернизациялау программаһына ингән башҡа дүрт белем усағы кеүек 1 апрелдән капиталь ремонтҡа ябыла.

Стәрлебаш районында барлығы 17 мәктәп, уларҙың 12-һе Мәктәптәрҙе модернизациялау федераль программаһы буйынса төҙөкләндереләсәк.

Илдә капиталь ремонт үтәкреләсәк мәктәптәр һаны буйынса Башҡортостан икенсе урында килә. Был турала оператив кәңәшмәлә республиканың Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдерҙе. Төбәктә ике йыл эсендә 96 мәктәптең 103 бинаһы төҙөкләндереләсәк. Ошо маҡсатта федераль ҡаҙнанан йәмғеһе 4 миллиардтан ашыу аҡса бүленгән.

Шулай уҡ киләһе йыл тағы 86 мәктәптең 88 бинаһын төҙөкләндереү өсөн өҫтәмә заявка ебәрелгән. Федераль үҙәктән хуплау алған осраҡта 2023 йылға Башҡортостанда капиталь ремонт талап ителгән урта белем биреү усаҡтарының 52 проценты төҙөкләндереләсәк.

Фото №1 - Ауыл мәктәптәренә яңы һулыш...

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ