Вице-премьер әйтеүенсә, бындай учреждениелар төрлө милли төбәктәрҙә төҙөлә. Әммә улар моноэтник булып ҡала, йәғни, шул төбәктәге төп халыҡ теленә өҫтөнлөк бирелә. Башҡортостан иһә полилингваль мәктәптәр төрлө халыҡтарҙың телен үҫтереү маҡсаты менән төҙөлә. Бөгөнгә Республикала башҡорт, татар полилингваль мәктәптәре эшләп килә, мари һәм сыуаш мәктәптәрен асыу көтөлә. - Башҡортостан тәжрибәһе менән федераль кимәлдә ҡыҙыҡһыналар, - тине Азат Бадранов.







