Бөгөн Рәсәйҙә һыу аҫты кәмәләрендә һәләк булыусыларҙы иҫкә алыу көнө

1989 йылдың 7 апрелендә Норвегия диңгеҙендә «Комсомолец» атом һыу аҫты кәмәһе һәләкәткә осрай. Аварияла 42 матростың ғүмере өҙөлә. Һыу аҫты кәмәһенә бәйле иң ҙур авария 2000 йылдың 12 авгусында булды.

Баренц диңгеҙендә «Курск» һыу аҫты кәмәһе батты. Унда 118 диңгеҙсе һәләк булды. Хәрби диңгеҙ флотында Башҡортостан егеттәре лә намыҫлы хеҙмәт иткән һәм әле лә бурысын лайыҡлы үтәй. Яңыраҡ Санкт-Петербургта «Өфө» һыу аҫты кәмәһе сафҡа индерелде.

Фото №1 - Бөгөн Рәсәйҙә һыу аҫты кәмәләрендә һәләк булыусыларҙы иҫкә алыу көнө

Рафиҡ Әхмәтшин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ